Башҡортостан статистика хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, республикала 300 меңдән ашыу хеҙмәткәр сауҙа өлкәһендә эшләй. Байрам тарихы Советтар союзы осоронан башлана. 1966 йылда уны июлдең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләү тураһында ҡарар ителә.
1988 йылда байрам март айына күсерелә. 2013 йылдағы реформанан һуң сауҙа көнө июлдең дүртенсе шәмбеһенә тура килтерелә.






