«Солнечный» пляжында ойошторолған сарала малай ҡыҙҙар сағыу буяуҙар һибеп күңел асты. Фестиваль изге эштәр маҡсатында үткәрелде. Байрамда йыйылған аҡсалар сирләгән балаларҙы дауалауға йүнәлтелә. Буяуҙар фестивалендә конкурстар, йыр-бейеүҙә һәм уйындар ҙа ойошторолдо. Өфөлә буяуҙар байрамы 2014 йылдан алып уҙғарыла.
Флорида Ким






