Республика хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров эш сәфәре менән Урал аръяғында булды

Фото №1 - Республика хөкүмәте рәйесе  Андрей Назаров эш сәфәре менән Урал аръяғында булды

Премьер-министр Әбйәлил районында мәрмәр заводында, Сибай ҡалаһында башҡорт дәүләт филармонияһын реконструкциялау эштәре барышын ҡараны. Сәнғәт усағын 10-11 сентябрҙә уҙасаҡ Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә тантаналы асыу планлаштырыла. Ҡалала күсмә кәңәшмә лә үтте. Унда инвестиция һабантуйын уҙғарыу, 6-сы дөйөм белем биреү һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн коррекция мәктәбе төҙөлөшө мәсьәләләре ҡаралды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ