Республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында “Хәләл” тамғаһы аҫтында тауарҙарҙы һатыу буйынса һөйләшеү уҙҙы. Онлайн әңгәмәлә Ислам сауҙа, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы вәкилдәре ҡатнашты. Был халыҡ-ара ойошма мосолман илдәрендә хәләл тауарҙар һатыу менән шөғөлләнә. Был аҙнала Ҡазанда “Рәсәй – Ислам донъяһы” тигән саммит уҙа. Унда Башҡортостан вәкилдәре инвестиция проекттарын тәҡдим итеп һөйләшеүҙәр үткәрергә йыйына.




