Радий Хәбиров ялған спиртлы эсемлектәр һатыу менән көрәш һөҙөмтәләрен иғлан итте

Фото №1 - Радий Хәбиров ялған спиртлы эсемлектәр һатыу менән көрәш һөҙөмтәләрен иғлан итте

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙә белдереүенсә, беҙҙә алкоголь менән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмей. 2018 йылда 211 кеше вафат булһа, 2019-ҙа – 104, ә 2020 йылда 73 кеше үлгән. “Алкоголгә ҡаршы кампания һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Ялған спиртлы эсемлектәр менән көрәш саралары ла көсәйтелде. Бер йылда 4 меңдән ашыу литр хәмер тартып алынды”, - тип хәбәр итә Радий Хәбиров. Башҡортостанда магазиндарҙа кисен һәм төндә ҡаты спитрлы эсемлектәр һатыу тыйылды. Яңы йыл каникулы, һабантуйҙар, “Һуңғы ҡыңғырау”, Белем көнө, Йәштәр көнөндә “ҡоро закон” ғәмәлдә, “Айыҡ ауыл” конкурсы ойошторола. “Миңә йыш ҡына республика халҡы яҙа һәм рәхмәт белдерә. Статистика беҙҙең яҡлы. Шуға ялған алкоголь менән көрәште дауам итәбеҙ”, - тип яҙа Радий Хәбиров.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ