Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе 25-29 августа Өфөлә үтә. Республика командаһы 103 йүнәлеш буйынса ярыштарҙа сығыш яһай. Чемпионат өсөн Өфө янында Йәш һөнәрмәндәр паркы төҙөлә. Бында павильондарҙы ҡороу тамамланған, тейешле ҡорамалдар һәм станоктар һатып алынған. “Йәш һөнәрмәндәр” – WorldSkills Russia милли чемпионаты финалынан һуң ҡорамалдар республика урта һөнәри уҡыу йорттарына тапшырыла, ә павильондарҙа пилотһыҙ авиация кластеры булдырыла.






