Иртәгә Өфөлә “Салауат Юлаев” хоккей клубы кубогы”на ярыш башлана. Унда йәштәр командалары ҡатнаша. Турнирҙа майҙан хужалары –“Толпар”, Екатеринбургтан “Авто”, Силәбенән “Аҡ Айыуҙар”, Мәскәүҙән "Динамо”, Түбәнге Каманан “Реактор” һәм Омскиҙан “Омск Ҡарсығалары” сығыш яһай. Еңеүсе команда 1 августа билдәле була.




