Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә мутлашыусылар тоҙағына эләккән 5 кеше полицияға мөрәжәғәт иткән. Улар араһында Өфөнән 42 йәшлек ҡатын булған. Уға үҙен банк хеҙмәткәре булараҡ таныштырған кеше шылтыратҡан һәм бөтә аҡсаһын хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә ҡушҡан. Ялған белгескә ышанған ҡатын яҡынса ярты миллион һумынан ваз кискән.






