“Орлан” поезы ике ҡала маршруты буйынса юлға сыҡты. 409 километрлыҡ араны электр транспорты 6 сәғәттә уҙҙы. Поезд Өфөнөң Дим станцияһы, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез һәм Күмертау ҡалалары аша үтеп Ырымбурҙа туҡтаны. Һынау рәүешендә ойошторолған маршрутта Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе хөкүмәте вәкилдәре ҡатнашты. Өфө һәм Ырымбур ҡалалары араһында даими поезд маршруты булдырыу мәсьәләһе әле өйрәнелә.






