1 сентябрҙә Бишбүләк районы үҙәгендә яңы мәктәп асыла

Фото №1 - 1 сентябрҙә Бишбүләк районы үҙәгендә яңы мәктәп асыла

Бина 300-ҙән ашыу уҡыусыға иҫәпләнгән. Төҙөлөш өсөн ҡаҙнанан 270 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Өс ҡатлы заманса уҡыу йорто телдәрҙе төплө өйрәнеүгә йүнәлтелгән. Инглиз, немец, француз, төрөк һәм ғәрәп телен уҡытыу өсөн педагогтар штаты тупланған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиҙә Муллағәлиева белдереүенсә, мәктәптә медицина үҙәге һәм интерактив ҡоролмалар менән йыһазландырылған синыфтар була.

1 сентябрҙә Бишбүләк районы үҙәгендә яңы мәктәп асыла

Яңы мәктәп район үҙәгендә сменаға бүлеп уҡытыуҙы бөтөрөргә ярҙам итер тип көтөлә. Рәсәй Хөкүмәте ҡарары буйынса, Башҡортостанда белем усаҡтары төҙөлөшөнә федераль ҡаҙнанан 2 миллиард һум бүленә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ