Сәбәпһеҙ коронавирустан прививка яһатыуҙан баш тартҡан хеҙмәткәрҙәрҙе эш хаҡын түләмәй эштән ситләтеп тороуҙары мөмкин. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы һәм Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте ошондай тәҡдим менән сыҡҡан. Һаулығы буйынса вакцина алыу мөмкинлеге булмағандарҙы иһә ситтән тороп эшкә ҡушырға тәҡдим ителә. Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 23 меңдән ашыу кешелә коронавирус асыҡланған.






