Әле төп бурыс – коронавирустан прививка эшләтеү. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе.
Оператив штаб ҡарары буйынса, предприятиеларға прививка яһарға күсмә бригадалар килә.
Республикала прививканың беренсе компоненты 873 меңдән ашыу кешегә яһалған. 578 мең самаһы кеше тулыһынса вакциналау үткән. Радий Хәбиров вакциналау темпын тиҙләтергә ҡушты.






