Башҡортостандың рәсми делегацияһы Сочиҙағы инвестиция форумында ҡатнаша

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы үтә. Пленар ултырыш “Төбәктәргә инвестициялар – киләсәккә инвестициялар” исеме аҫтында уҙа.

Фото №1 - Башҡортостандың рәсми делегацияһы Сочиҙағы инвестиция форумында ҡатнаша

Форумда Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге републиканың рәсми делегацияһы ла ҡатнаша. Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рөстәм Хәмитов моноҡалаларҙа йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен булдырыу темаһына доклад менән сығыш яһай.

Инвестиция форумында премьер-министр Дмитрий Медведев төбәк етәкселәре менән айырым осрашыу ҙа уҙғарасаҡ.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ