Был турала бөгөн матбуғат конференцияһында Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе. Дистанцион белем биреү тәртибе буйынса һорау тыуҙырмаҫ өсөн вакцина эшләтеүҙе тиҙләтеү мөһим, ти ведомство етәксеһе.
Министрлыҡтың бойороғона ярашлы, вакцинация үткән уҡытыусыларҙы дәртләндереү өсөн өҫтәмә ял көндәре бирелә, хеҙмәт хаҡы ла һаҡлана. Медицина күрһәтмәһенән тыш вакцинациянан баш тартҡан осраҡта педагогтарға белем бирергә рөхсәт итмәүҙәре мөмкин.
Яңы уҡыу йылында санитар талаптар үҙ көсөндә ҡала- уҡытыусылар өсөн дистанция һәм битлек режимы һаҡлана. Уҡыусылар бер кабинетта ғына уҡыясаҡ. Бала ауырып киткән осраҡта, ситтән тороп уҡыуға күсерелә.






