Прививка яһатмаусылар медицина учреждениеларында план буйынса дауаланыуға ҡабул ителмәйәсәк

2 августан коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатмаусылар республика медицина учреждениеларында план буйынса дауаланыуға ҡабул ителмәйәсәк. Сикләү сараһы йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, яман шештән яфаланыусылар һәм ашығыс ярҙамға мохтаждарға ҡағылмай.

Хөкүмәт йортонда ойошторолған сираттағы оператив кәңәшмәлә вакцинация темптары, йәйге һауыҡтырыу лагерҙарында инфекция таралыу осраҡтары ла ҡаралды. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Каникулды тулы изоляцияла. Башҡортостанда балаларҙың йәйге ялы ойошторолған ун учреждениела коронавирус таралыу осраҡтары теркәлгән. Иң юғары күрһәткес – "Чайка" лагерында. 45 уҡыусы һәм бер хеҙмәткәрҙә Ковид-19 инфекцияһы булыуы асыҡланған.

Хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзор етәкселеге тикшереү һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Әлегә административ материалдар судҡа тапшырылған, Енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе күтәрелә. Радий Хәбиров санитар-эпидемиологик талаптар үтәлешенә һүлпән ҡараған һауыҡтырыу учреждениелары етәкселеген яуаплы вазифаларҙан бушатырға ҡушты.

Балаларҙың йәйге ял һәм һауыҡтырыу лагерҙарында тикшереү эштәре дауам итәсәк. Шул уҡ ваҡытта Яңы уҡыу йылы башланыуға ла күп ҡалманы. Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, мәктәп эсендә инфекция таралыуға юл ҡуйған хеҙмәткәрҙәр ҙә административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

Вакцинацияға килгәндә, республика педагогтары араһында прививка яһатыусылар 1 сентябргә 80 проценттан күберәк булырға тейеш. Санитар-эпидемиологик талаптар үтәлеше лә етди контролгә алына.

Оператив кәңәшмә барышында республика башлығы Радий Хәбиров вакцинация темпттарын арттырырға ҡушты. Предприятиелар менән эште әүҙемләштереү талап ителде. Дауаханаларҙа ковид-19 инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау маҡсатында 2 августан план буйынса госпитализацияға тик прививка яһатҡан граждандар ғына ҡабул ителә башлай. Ҡәтғи сикләү ашығыс медицина ярҙамына мохтаждарға ҡағылмай.

Әлегә Башҡортостанда алты йөҙ меңгә яҡын кеше прививканың ике компонентын да ҡаҙатҡан. Шул уҡ ваҡытта төбәккә "СПУТНИК-лайт" вакцинаһының тәүге партияһы килгән. Бер компонентлы препарат 6 майҙа рәсми теркәү үткәйне. Тиҙҙән ул мобиль пункттарға таратыла.

Оператив кәңәшмәлә республикала тормошҡа ашырылған милли проекттар хаҡында ла һүҙ барҙы. Быйыл дөйөм финанслау күләме 27 миллиард һум тәшкил иткән. Йыл аҙағына тиклем ике миллион ярым квадрат метр торлаҡ төҙөү һәм сафҡа индереү планлаштырыла, 146 йәмәғәт биләмәһе заманса төҫ аласаҡ. Социаль объекттар, юл төҙөлөшөнә лә иғтибар юғары.

Тәүге ярты йыллыҡта республикала сәнәғәт производствоһы индексы үҫеше күҙәтелгән. Был йәһәттән Өфө моторҙар эшләү берекмәһе лә уңыштары менән ҡыуандыра. Предприятие етәкселеге оператив кәңәшмәлә сығыш яһап, кадрҙарға ихтыяж юғары булыуын билдәләне. Августа асыласаҡ уҡытыу үҙәге проблеманы хәл итер тип көтөлә. Радий Хәбиров төбәктә сәнәғәт үҫешен билдәләп, яуаплы ведомстволарға хеҙмәт баҙарын анализларға ҡушты.

Ваҡытында башҡарылмаған түләүҙәр утһыҙ ҡалдырған. Оператив кәңәшмә барышында Өфө, Иглин һәм башҡа райондарҙа урынлашҡан баҡсасылар ширҡәттәрендә электр энергияһы менән тәьминәткә бәйле киҫкен мәсьәлә лә күтәрелде. Радий Хәбиров ресурс менән тәьмин итеүсе компаниялар менән берлектә проблеманы хәл итергә ҡушты.

Фото №1 - Прививка яһатмаусылар медицина учреждениеларында план буйынса дауаланыуға ҡабул ителмәйәсәк

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ