Коронавирус таралыуын сикләгән юғары әҙерлек тәртибенә төҙәтмәләр билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелде

Был турала Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Белгестәр әйтеүенсә, республикала ҡәтғи саралар индереүгә сәбәп юҡ. Эпидимиологик хәл даими күҙәтеү аҫтында. Ресторан, дөйөм туҡланыу ойошмалары, фитнес һәм башҡа учреждениелар эшмәкәрлеге ғәҙәти тәртиптә дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Оҙаҡ йылдар Өфөнөң «Көньяҡ» автовокзалында диктор булып эшләгән Дамира Минһажева яңы иғланды ҡағыҙ битенән ҡарап уҡый, сөнки хеҙмәткәргә текст бөгөн генә тапшырылған. Иғланға ярашлы, пассажирҙар ҡала-ара транспортына ултырыу өсөн вакциналау сертификаты талап ителеүе тураһында иҫкәртелә.

Коронавирус инфекцияһы таралыуын сикләүгә бәйле юғары әҙерлек тәртибенә яңы төҙәтмәләр 26 июлдән индерелергә тейеш ине. Әммә әлегә улар билдәһеҙ ваҡытҡа тиклем кисектерелде. Эпидемиологик хәл ҡәтғи аҙымдар талап итмәй.

Вакцинациялау сертификаты мотлаҡ документ булмаһа ла, сәләмәтлеге тураһында борсолған пассажирҙар прививканы күптән яһатҡан. Йәмәғәт транспортында йыш йөрөгән граждандар сикләүҙәр индерелгәнгә тиклем прививка эшләтеү юлын һайлаған.

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы белгестәре фекеренсә, әлегә ҡәтғи сикләүҙәргә сәбәп юҡ. Эпидемиологик хәл даими контролдә. Юғары әҙерлек тәртибе ғәмәлдә, уға һуңғы төҙәтмәләр генә кисектерелә. Йәғни, кафе, ресторан, фитнес залдар һәм башҡа ойошмалар эшен ғәҙәти режимда дауам итә.

Вакцина ҡаҙатыу коронавирус инфекцияһынан һаҡлаусы берҙән-бер сара, шуға ла төбәк предприятиеларында һәм дәүләт учреждениеларында прививка эшләтеүселәр һаны арта. Өфөләге «СТЕКЛОНиТ» акционерҙар йәмғиәтендә 570 хеҙмәткәр иҫәпләнә. Уларҙың 150-гә яҡыны вакцинаның ике компонентын да ҡаҙатып сертификат алған.

Ҙур предприятиела эшләгән хеҙмәткәрҙәр вакцина ҡаҙатҡандан һуң өҫтәмә ял көнөн алырға хаҡлы. Алдағы көндәрҙә лә ойошма ҡарамағында күләмле вакцинациялау ойоштороу күҙаллана.

Төбәктә коронавирус инфекцияһы таралыуҙы туҡтатыу өсөн комплекслы эш алып барыла. Әлегә ковид менән бәйле хәл тотороҡло тип иҫәпләнә, әммә барыһы ла көндәлек статистика һандарына таянып хәл ителә. Борсолоуға сәбәп булмаған осраҡта ҡәтғи сикләүҙәр һуңғараҡ ваҡытҡа күсерелеп торасаҡ.

Фото №1 - Коронавирус таралыуын сикләгән юғары әҙерлек тәртибенә төҙәтмәләр билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелде

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ