Гектарынан 40 центнер. Бындай уңышты Ҡырмыҫҡалы районы ауыл хужалығы уңғандары ужым арышынан ала. Район баҫыуҙарында ураҡ эштәренең иң ҡыҙыу осоро. Һауа шарттары ла мул уңыш алыуға мөмкинлек бирә. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Арыш башаҡтары таҙа һәм туҡ. Туғыҙ метрҙан ашыу урғыс немец теүәллеге менән башаҡтарҙы яҫмаларға һала. Был техникаға зарланырлыҡ түгел, һауа торошо ла беҙгә ҡамасауламай, ти комбайнсы Михаил Стриевский.
Баҫыуҙа бер-бер артлы дүрт комбайн арыш һуға. Уларҙың тигеҙ рәте бункер тулғандан һуң КАМАЗ-ға ашлыҡ тейәгәндә генә үҙгәрә.
230 гектар майҙанда ужым арышы үткән йылдың 20 авгусында сәселгән. Үҫентеләр ҡышҡы һалҡындарға бирешмәгән, йәйге селләне лә яҡшы үткәргән. Игенселәр был яланда ғына гектарынан 40 центнер уңыш аласаҡ.
Башаҡтарҙың оҙонлоғо 10-12 сантиметр.Быйылғы ҡоро һауа шарттарына ҡарамай ужым бойҙайы гибриды мул уңыш бирә. 38 градуслы эҫе һауа, ер урыны менән 60 градусҡа тиклем ҡыҙған осраҡтар ҙа булған. Ямғырҙар ваҡытында яуһа, тағы ла күберәк уңыш алырға иҫәп тотор инек, тиҙәр аграрийҙар.
Ужым бойҙайының уңышы түбәнерәк-гектарынан 25 центнер. Киләһе аҙнала хужалыҡта арпа урырға төшәсәктәр. Һуңынан ярауай бойҙай ҙа өлгөрәсәк. Кукуруз һәм көнбағыш үҫеп етеүгә, хужалыҡта урып-йыйыу компанияһы ла тамамланасаҡ.
Гүзәл Борханова




