Өфө – Нуғай юлында тығындарҙы кәметеү маҡсатында юл үткәргес төҙөләсәк

Тимер юл аша үткәүел. Өфө - Нуғай юлында тығындарҙы кәметеү маҡсатында юл үткәргес төҙөләсәк. Бөгөн объектта эш башлау өсөн махсус техника килтерелә башланы.

Юл үткәргестең оҙонлоғо 106 метр. Ул Иглин – Дим тимер юлы арауығы киҫелешендә барлыҡҡа киләсәк. Хәрәкәт 4 һыҙатта ойоштороласаҡ. Объектҡа шулай уҡ М5 «Урал» трассаһынан 2 километр оҙонлоҡта юл тоташтырыу ҡарала.

Эштәрҙе 2023 йылға тамамлау планлаштырыла. Һуңынан тимер юлы аша әлеге үткәүел һүтеп алынасаҡ. Әлегә эш урынына материалдар һәм техника килтерелде.

Фото №1 - Өфө – Нуғай юлында тығындарҙы кәметеү маҡсатында юл үткәргес төҙөләсәк

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ