Хәрби диңгеҙ флоты көнөндә Саҡмағош районы үҙәгенең Еңеү паркында дигеҙселәр хөрмәтенә стела ҡуйылды

Һәйкәлде асыу сараһы тантаналы шарттарҙа үтте, унда район хакимиәте һәм хәрби комиссариат вәкилдәре, төрлө йылдарҙа хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт итеүселәр йыйылды. Иҫтәлекле дата уңайынан яңғыраған сығыштарҙа саҡмағоштарҙың илебеҙҙең хәрби ҡеүәтен нығытыуға тос өлөш индереүе билдәләнде.

Байрамды район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре көсө менән әҙерләнгән концерт программаһы биҙәне. Матрос бейеүе, хәрби диңгеҙ флотын данлаусы йырҙар һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Фото №1 - Хәрби диңгеҙ флоты көнөндә Саҡмағош районы үҙәгенең Еңеү паркында дигеҙселәр хөрмәтенә стела ҡуйылды

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ