Өфөлә бокс буйынса финал ярыштарына старт бирелде

Келәмгә илдең 33 төбәгенән 125 спортсы сығасаҡ, уларҙың бишәүһе Башҡортостандан. Еңеүселәр төрлө ауырлыҡ категорияһында билдәләнә, гүзәл заттар ҙа үҙ көсөн һынап ҡарай. Сара барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы иҫәпкә алып ойошторола, 30 июлгә тиклем дауам итә.

Тренерҙар билдәләүенсә, спартакиада августа үтәсәк бокс буйынса Рәсәй чемпионатына һайлап алыу этабы ла.

Рәсәй чемпионаты һөҙөмтәләре буйынса донъя кимәлендәге ярыштарға юл асыла. Шуға спортсылар Өфөләге рингҡа сығып юғары әҙерлеген күрһәтергә, еңергә тейеш. Тик көслөләр генә йыйылма командаға эләгә.

Сергей Мизерия, Рәсәйҙең бокс буйынса йыйылма командаһы өлкән тренеры
Фото №1 - Өфөлә бокс буйынса финал ярыштарына старт бирелде

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ