Башҡортостанда санитар авиация өсөн тағы алты вертолет майҙансығы төҙөлә

Фото №1 - Башҡортостанда санитар авиация өсөн тағы алты вертолет майҙансығы төҙөлә

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә шул турала яҙа. Нефтекама, Баймаҡ, Сибай, Октябрьский ҡалалары, Асҡын һәм Мәсәғүт ауылдарында вертолет майҙансыҡтары төҙөлә. Әле Өфөлә – ике һәм Белорет, Нефтекамала берәр майҙансыҡ бар. “Беҙҙең республика ҙур, күпселек райондар таулы ерҙә һәм унда үтеүе ҡыйын. Шуға санавиация беҙҙең табиптарға ярҙам килә”, - тип яҙа Радий Хәбиров. Былтыр Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Ансат” тигән яңы вертолет һатып алды. 2020 йылда 97 осош яһалған, быйыл алты айҙа 105 тапҡыр рейсҡа сыҡҡан. 

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ