Республикала "Экология һәм тәбиғәт ресурстары" программаһы ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы, быйыл Бишбүләк, Бөрө, Дүртөйлө, Мишкә, Йылайыр, Краснокама, Тәтешле, Ҡариҙел, Хәйбулла, Архангел, Борай һәм Күгәрсен райондарында шишмәләрҙе төҙөкләндереү ҡаралған. Ошо маҡсатта 1 миллион һумдан ашыу аҡса тотонола. Төп маҡсат - халыҡты резерв һыу запасы менән тәьмин итеү, тип белдерәләр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.






