Быйыл Кушнаренко районындағы бер нисә белем усағында капиталь ремонт үтә. Мәҫәлән, әле Иҫке Ҡормаш ауылы мәктәбендә төҙөкләндереү бара. “Яңы уҡыу йылында балаларҙы матур бина ҡаршылай”, - ти директор урынбаҫары Юлиә Басырова.
Әхмәр ауылында ла яңы уҡыу йылына әҙерлек бара. Мәктәп директоры урынбаҫары Илүзә Хәммәҙиева әйтеүенсә, белем йортонда күрше ауылдарҙан да балалар уҡый.




