Профилактик сара барышында йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүгә иғтибар бирелә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 7 айҙа Өфөлә юлда йәйәүлеләрҙе бәрҙереүҙең 273 осрағы теркәлгән.
Ваҡиғаларҙа 7 кеше үлгән, 281-е – йәрәхәтләнгән. Ҡайһы берҙә йәйәүлеләр рөхсәт ителмәгән урында юл аша сыға йәки светофор уттарын инҡар итә.
Рафиҡ Әхмәтшин






