Ишембай районында үлемесле авария

Кинйәбулат-Үрге Этҡол юлында етенсе модель ВАЗ автомобиле менән идара иткән 62 йәшлек ир кюветҡа сығып осҡан. Һөҙөмтәлә автомобиль түңкәрелгән. Ир күп төрлө йәрәхәттәр алған.

Ваҡиға урынына килеп еткән ашығыс ярҙам машинаһы уны дауаханаға илткән. Әммә табиптар ярҙам итә алмаған. Водитель аңына килмәйенсә вафат булған. Аварияға эләккән автомобилдең 67 йәшлек пассажиры ла йәрәхәтләнгән. Ҡатын әле дауаханала.

Фото №1 - Ишембай районында үлемесле авария

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ