Республика хөкүмәте президиумы ултырышында Башҡортостан гарантия фондынан субсидиялар бүлеү тәртибенә үҙгәрештәр индерелде. Әле фондтың күләме 600 миллион һум самаһы. Уның капиталын 700 миллион һумға еткереү планлаштырылған.
Хөкүмәттә шулай уҡ ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә дәүләт ярҙамын бүлеү тәртибенә үҙгәрештәр индереү мөмкинлеге ҡарала. Ғариза биреү мөҙҙәтен 3 көндән бер айға тиклем еткереү тәҡдиме бар.
Ултырышта прививка яһатыу күрһәткестәре иғлан ителде. Бөгөнгә 869 меңдән ашыу кеше вакцинаның беренсе компонентын эшләткән. Был халыҡтың яҡынса 46 проценты тигән һүҙ. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн 1 ноябргә тиклем күрһәткесте 80 процентҡа еткереү бурысы ҡуйыла.
Андрей Назаров әйтеүенсә, халыҡҡа коронавирустан вакцина алыу өсөн бөтә шарттар булдырылған.Ултырышта шулай уҡ “Йәш һөнәрмәндәр” милли чемпионатының финалын уҙғарыу тураһында ла фекер алышынды.
Рафиҡ Әхмәтшин




