Уны 4 һыҙатлы итеү ҡарала. Был турала район хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов белдерҙе. Һуңғы йылдарҙа Пугачев урамы баш ҡаланың төп транспорт артерияларының береһенә әйләнде. Уның аша Өфө йылғаһы аръяғындағы ауыл, ҡасабаларҙа йәшәүселәр ҡала үҙәгенә үтә. Шуға ла бында тығындар йыш күҙәтелә.
Көсөргәнешлекте кәметеү маҡсатында урамды киңәйтеү проекты әҙерләнгән. Әле ул дәүләт экспертизаһын үтә. Бынан тыш "Йәшел сауҙалыҡ" биҫтәһен Пугачев урамы менән тоташтырыу маҡсатында генерал Рыленко урамы аша Степан Кувыкин урамына сығыу мөмкинлеге ҡарала.




