Сәйәси сараны асыҡ һәм ғәҙел ойоштороу маҡсатында Өфөлә "Адвокаттар гильдияһы"нда түңәрәк өҫтәл артында фекер алышыу ойошторолдо. Коронавирустан һаҡланыу сараларын үтәү, халыҡтың күпләп йыйылыуына юл ҡуймау өсөн һайлау өс көн барасаҡ.
Тауыш биреү участкаларында санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәү бурысы ҡуйыла. Республикала бөтәһе 3 364 һайлау участкаһы иҫәпләнә, уларҙа 6 мең ярым йәмәғәт күҙәтеүсеһе эшләйәсәк. Һайлау биналары видеокүҙәтеү системаһына тоташтырыла. Шулай уҡ КОИБ-тар урынлаштырыу маҡсаты ҡуйыла.
Флорида Ким




