Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Альберт Ҡоҙаяровтың ижадына арналған күргәҙмә асылды

5 октябрҙә сәнғәт әһеленә 70 йәш тулған булыр ине. Милли музейҙағы экспозицияла ҡыл ҡәләм оҫтаһының йәш сағындағы һәм олпатлана төшкәс эшләгән картиналары ҡуйылған. Уларҙың күбеһе акварель техникаһында эшләнгән.

Үҙе иҫән саҡта рәссам осрашыуҙар уҙғарыу, коллегалары менән аралашыу маҡсатында "Акварель" студияһын ойошторғайны. Ул һаман да эшләй, студияла балалар шөғөлләнә. Альберт Ҡоҙаяровтың фекерҙәштәре студияла йыш ҡына уның күргәҙмәләрен уҙғара.

Фото №1 - Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Альберт Ҡоҙаяровтың ижадына арналған күргәҙмә асылды

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ