Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Юғары әҙерлек тәртибе” указына үҙгәреш индерҙе

Фото №1 - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Юғары әҙерлек тәртибе” указына үҙгәреш индерҙе

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, ресторан, театр, кино, матурлыҡ салоны, фитнес зал, бассейнға барыу, шулай уҡ студент ятаҡханына урынлашыу, ҡала яны автобусы һәм поезда йөрөү өсөн коронавирустан прививка яһатыу сертификаты талап ителмәй. Уның ҡарауы, музей һәм төнгө клубҡа инеү, шулай уҡ бина эсендә үткән күмәк кеше ҡатнашлығында спорт сараларына барыу өсөн белешмә мотлаҡ кәрәк. 3 августан дауаханаға ятыу өсөн коронавирустан вакциналау сертификаты талап ителә. 500 кешенән күберәк булған саралар Башҡортостандың баш санитар табибы рөхсәте менән генә ойошторола ала. Бындай сикләү футбол һәм хоккей уйындарына ла ҡағыла.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ