Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белдереүҙәренсә, ваҡиға ай башында уҡ булған. Инйәр йылғаһында һыу ингән өс малай ярҙам һораған тауыш ишетеп ҡала. Бер үҫмер батып барған. Малайҙар өсәүләшеп һыуға сума һәм үҫмерҙе ярға алып сыға. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында батырлыҡ күрһәтеп тиҫтерен ҡотҡарған малайҙарҙы бүләкләргә ҡарар иткәндәр.






