Республика Башлығы коронавирус шарттарында йоғошло ауырыуҙың ныҡ таралыуына кәртә ҡуйылғаны өсөн белгестәргә рәхмәт белдерҙе. Сирлеләр һаны буйынса Башҡортостан илдә 82-се урында. Радий Хәбиров эпидемиологик хәл ҡатмарлашып китмәһен өсөн халыҡты вакциналауға төп иғтибар бүлергә ҡушты. Әле 900 меңгә яҡын кеше коронавирустан прививканың беренсе компонентын эшләткән. Ултырыш барышында Радий Хәбиров Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү буйынса идаралыҡ белгестәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.






