Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров шул турала белдерҙе. Индустриаль парк Әбйәлил районында була. Ул 8 гектар майҙанды биләй. Бынан тыш, мәрмәр һәм гранитты эшкәртеү заводын төҙөү проекты өйрәнелә. Бының өсөн Рысҡужа һәм Ҡаҙыш ятҡылыҡтарындағы сеймалды ҡулланыу ҡарала. Инвестиция проекты 230 миллион һумға баһалана. Әле республикала 11 индустриаль парк эшләп килә.




