Өфө янында скутер менән идара иткән оло йәштәге ир һәләк булды

Чесноковка ауылында теркәлде. Юл киҫелештәренең береһендә ике тәгәрмәсле траспорт ҡаршыға килгән «Тойота» автомобиленә бәрелә. Скутерҙағы 82 йәшлек ир йәрәхәттәрҙән һәләк була. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ирҙең мототранспорт менән идара итеү хоҡуғы булмаған. Әле тикшереү бара.

Благовар районында теркәлгән аварияла ике бала һәм уларҙың яҡындары йәрәхәтләнде. Уҙған кис «Лада приора» менән «Лада Икс Рей» автомобилдәре юлды бүлешә алманы. Ҡаты бәрелешеү һөҙөмтәһендә Икс Рейҙағы өс пассажир, шул иҫәптән 3 һәм 11 йәштәге ике бала йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылды. Лада Приораның водителенә лә табип ярҙамы талап ителде.

Фото №1 - Өфө янында скутер менән идара иткән оло йәштәге ир һәләк булды

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ