Һүҙ Өфө, Ҡырмыҫҡалы һәм Иглин райондары тураһында бара.
Был турала бөгөн Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау федераль хеҙмәтенең төбәк идаралығы етәксеһе Анна Казак хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, хәлде яҡшыртыу өсөн тейешле саралар күреү мотлаҡ.
Дөйөм алғанда төбәктә сифатлы һыу менән халыҡтың 88 проценты тәьмин ителгән. Коллегия ултырышында шулай уҡ ведомствоның тәүге ярты йыллыҡта эш йомғаҡтары барланды. Ултырышта Башҡортостан башлығы ҡатнашты. Анна Казак билдәләүенсә, республиканың иң юғары вазифа биләгән шәхесе бындай сарала тәүгә ҡатнаша.
Башҡортостанда ковид-19 вирусын асыҡлау буйынса 300 лаборатория эшләй. Был Рәсәй төбәктәре араһында иң ҙур күрһәткес. Әммә ведомство ҡарамағында башҡа мәсьәләләр ҙә етерлек. Улар туҡланыу, экология, тауарҙар һәм хеҙмәттәр баҙары, шулай уҡ юридик ярҙам күрһәтеү өлкәләрендә күҙәтеү. Иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә коллегияла дәүләт наградалары тапшырылды.
Гөлдәриә Йосопова






