Шаран дауаханаһында коронавирусҡа ҡаршы прививка яһау алдан раҫланған график буйынса ойошторола

Медицина хеҙмәткәрҙәре көн һайын район ауылдары һәм ойошмарға юллана. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ҡыш айҙарына ҡарағанда Шаран районында вакцина эшләтергә теләүселәр бер нисә тапҡырға артҡан. Райондың үҙәк дауаханаһының медицина хеҙмәткәрҙәре ике бригадаға бүленеп, эш көндәрендә иртәнге 8-ҙән киске 8-гә, ял көндәрендә сәғәт 4-кә тиклем эшләй. Табиптар фекеренсә, кадрҙар һәм вакцинаға ҡытлыҡ булмауы ла үҙ һөҙөмтәһен бирә.

Төбәктең Дүртөйлө ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа ла иммунопрофилактик сара ойошҡан үтә. Бер үк көндө прививканы тәүгә ҡаҙатыусылар һәм вакцинацияны тамамлаусылар ҙа ҡабул ителә.

Бөгөнгә районда вакцинацияның тәүге этабын 5032 кеше үткән. Уларҙың 3 549-ы профилактик сараны тулыһынса тамамлаған. Вакцина яһатыусыларҙың меңдән ашыуы 60 йәштән өлкәндәр. Күптәр әйтеүенсә, вакцина ярҙамында улар үҙҙәрен дә, яҡындарын да һаҡларға, сирҙем яҡынайтмаҫҡа ниәтләй.

Коронавирустан вакциналау республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә дауам итә. 122 берҙәм телефон номеры, «Табипҡа» ҡушымтаһы һәм поликлиника регистратуралары аша яҙылырға мөмкин.

Фото №1 - Шаран дауаханаһында коронавирусҡа ҡаршы прививка яһау алдан раҫланған график буйынса ойошторола

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ