Ҡоролоҡ Дыуан районы хужалыҡтарына 84 миллион ярым һумлыҡ зыян килтергән

Был турала төбәктә үткән «Баҫыу көнө» семинар-кәңәшмәһендә билдәләнде. Районда уҙған тикшереү һөҙөмтәһендә 13 мең гектар майҙанда сәсеүлектәр юҡҡа сығыуы асыҡланған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡоролоҡ сәбәпле республиканың 26 ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелде.

Республиканың көньяҡ райондарында ла йәйге селлә иген культураларына ҙур зыян килтерҙе.Шуға ҡарамаҫтан үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу бурысы тора. Баймаҡ районында әле һоло өлгөргән. Ленин исемендәге хужалыҡта ураҡ барышын БЮТ каналының ижади төркөмө күҙәтте.

Аграрийҙар өсөн әле ҡыҙыу осор, һолоноң өлгөргән сағы. Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы техникалары иртә таңдан баҫыуҙарҙы иңләй. Нива комбайны руле артында – тәжрибәле механизатор Зәки Ҡотлоғужин. Бынан алты йыл элек тап ул, уңыш йыйыуҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшеп, автомобилле була. Быйыл да игенсе булған ашлыҡты юғалтыуһыҙ йыйып алыуға көс һала.

Уңыш йыйыуҙа тағы ла Белорус тракторында механизатор Фәнил Ғәйетбаев ҡатнаша. Бер нисә көндән яҫмаларға һалынған һолоны урып-һуғыуға өҫтәмә көс сығасаҡ. Быйыл хужалыҡҡа 860 гектар майҙанда иген культураһын йыйып алыу бурысы тора.

Ямғырлы йылдарҙа хужалыҡ был баҫыуҙан гектарынан 20-25 центрнер уңыш ала, быйыл иһә төшөм 12-15 ц тәшкил итә. Уңышҡа тәбиғәт шарттары йоғонто яһамай ҡалмай. Шуға ла аграрийҙар иген культураһының бер бөртөгөн дә әрәм итмәй, ваҡытында йыйып ҡалырға тырыша.

Фото №1 - Ҡоролоҡ Дыуан районы хужалыҡтарына 84 миллион ярым һумлыҡ зыян килтергән

Әлфиә Хәмитова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ