Башҡортостанға Рәсәй тарихы йәмғиәте етәксеһе Константин Могилевский эш сәфәре менән килде

Ул Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, төбәк тарихсылары, ғалимдары һәм педагогтар менән осрашты. Ултырышта Рәсәй тарихы йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе эшмәкәрлеге, тарих фәне буйынса кадрҙар әҙерләү, уҡыу-уҡытыу программаһын камиллаштырыу кеүек һорауҙар ҡаралды.

Рәсәй тарихы йәмғиәте етәксеһе Константин Могилевский билдәләүенсә, Башҡортостанда тарихи йүнәлештә кадрҙар әҙерләү буйынса күп яҡлы эш алып барыла. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында бюджет уҡыу урындарын арттырыу – ыңғай күренеш тип баһаланды.

Шулай уҡ осрашыуҙа Өфөнөң 450 йыллығын билдәләүгә арналған сараларҙы әҙерләү тураһында һүҙ барҙы. Күренекле яҡташыбыҙ Федор Шаляпиндың тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы уның иҫәтелегенә музей асыу мәсьәләләре күтәрелде.

Эшлекле осрашыу һөҙөмтәле булды, сөнки Башҡортостан тарихсылары менән уртаҡ маҡсаттарҙы билдәләнек. Тарих факультетында бюджет урындар һанын арттырыу, йәш белгестәрҙе эш урындары менән тәьмин итеү кеүек һорауҙар буйынса фекер алыштыҡ. Рәсәй тарихы йәмғиәте сиктәрендә йыйынтыҡ баҫтырасаҡбыҙ тип килештек.

Константин Могилевский, Рәсәй тарихы йәмғиәте рәйесе
Фото №1 - Башҡортостанға Рәсәй тарихы йәмғиәте етәксеһе Константин Могилевский эш сәфәре менән килде

Флорида Ким

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ