Хушлашыу сараһында күренекле ғалимдың яҡындары, хеҙмәттәштәре һәм уҡыусылары ҡатнашты. Ғайса Батыргәрәй улы йөҙәрләгән ғилми хеҙмәт авторы, киң йүнәлешле ғалим булараҡ билдәле.
Уның етәкселегендә башҡорт әҙәбиәте тарихының 6 томлығы донъя күрә. Мәктәптәр өсөн программа, дәреслек, хрестоматия төҙөү, яҙыусыларҙың һайланма әҫәрҙәрен әҙерләү буйынса ла нигеҙле эш башҡарыла.
Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы тыуған ере – Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылы зыяратында ер ҡуйынына тапшырылды.
Азат Ғәлиуллин




