Өфөлә йәшәүсе Амелия Хужинаға беҙҙең ярҙамға мохтаж

Ҡыҙҙың хәрәкәт үҫеше тотҡарлана. Уға генетик тикшеренеү үткәреү талап ителә. Тикшереү түләүле. Быға ғаиләнең матди хәле етмәйәсәк. Амелияға ярҙам итер өсөн 5542 һандарына «Дети» һүҙен йыйып ебәрергә кәрәк. «Мәрхәмәтле мөхит» Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Русфонд» хәйриә фондының берлектәге проекты. Был акция сиктәрендә республиканың күп кенә балаларына ярҙам ителгән.

Ауыр сиргә дусар булһа ла, бала һәр ваҡыт үҙенә шөғөл таба. Пирамидалар йыя, һүрәт төшөрә, төрлө уйынсыҡтары менән уйнай. Тоташтырыусы туҡыма дисплазияһы фонында Амелияла хәрәкәтләнеү тотҡарланыуы асыҡланған.

15 көнлөк сағында әсәһе баланың ҡултыҡ аҫтынада шеш күреп ҡала. Тикшереүҙәр уның гемангиома икәнен асыҡлай. Ҡыҙҙағы шеште лазер ярҙамында алалар һәм дауалау курстары тәғәйенләйҙәр.

Тәүге айҙарҙа шулай уҡ ата-әсәһе баланың башын тотмауын, эсендә ята алмауын –йыш илай башлауын күҙәткән. Өс айлыҡ сағынан невролог дарыуҙар яҙған. Бала һылау һәм дауалай физкультураһы курсын үткән.

Бер йәшендә Амелия дүрт аяҡлап шыуыша башлай, бер-нисә минут терәүҙә таянып тора ала. Әммә аяҡтары тотмай, әйләнеп сыға. Бала һөйләшә алмай, өндәр ярҙамында ғына аңлаша. Шуға ҡарамаҫтан сабый бөтәһен дә төшөнә, өндәшкәндә башын ҡаға. Әммә әлегә тиклем яҡшы итеп атлай һәм һөйләшә алмай.

Табиптар был сир нәҫелдән тигән фекер яҡлы. Бының өсөн Өфөлә Бузаев исемендәге Халыҡ-ара медицина үҙәгендә генетик анализ алып, дөрөҫ диагноз ҡуйырға кәрәк.

Үткән аҙналағы сюжеттағы геройыбыҙ психик үҫеше тотҡарланған 10 йәшлек Артур Зәйнуллинға тикшереүҙәр үткәреү өсөн тейешле сумма йыйылған. Малайҙың ата-әсәһе аҡсалата ярҙам ҡулы һуҙған тамашасыларға рәхмәт белдерә.

Амелияға изгелек ҡылырға теләүселәр DETI (ДЕТИ) һүҙен йыйып 5542 һанына ебәрә ала. Бер смс хәбәр хаҡы 75 һум . Иң мөһиме, аҡса күсереүегеҙҙе мотлаҡ оператор аша раҫларға кәрәк. Амелия Хужинаға генетик анализдар үткәреүгә 176 мең 727 һум аҡса йыйыу талап ителә. Мәрхәмәтле булайыҡ.

Фото №1 - Өфөлә йәшәүсе Амелия Хужинаға беҙҙең ярҙамға мохтаж

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ