Рәсәй спортсылары биш миҙал яуланы. Йөҙөү буйынса ир-егеттәр командаһы эстафетела икенсе урын алды. Спорт гимнастика буйынса күп алышта Никита Нагорный өсөнсө булды, дзюдола Мәҙинә Таймазова шулай уҡ бронза миҙал яуланы. 3х3 баскетбол ярышында Рәсәй ҡыҙҙары финалда Америка командаһынан еңелеп икенсе урын алды. Ир-егеттәр командаһы шулай уҡ көмөш миҙалға эйә булды. Башҡортостандан Алһыу Минәзева бөгөн каноэла ишеү слаломы буйынса ярым финалға сыҡты. Яҡташыбыҙ 14-се һөҙөмтә күрһәтте. Иртәгә ярым финал һәм финал ярышы үтә. Быға тиклем Алһыу Минәзева байдаркала ишеү слаломы буйынса ярышты. Ярым финалда ул 17-се урын алғайны.




