Үҙенсәлекле күргәҙмә 31 июлдән 2 августҡа тиклем Өфөлә була. Поезд составында урынлаштырылған экспозицияны тимер юл вокзалында ҡарарға мөмкин. Күргәҙмә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы составты һынландыра. Вокзалда ирекмәндәр дежур итә. Экскурсия өсөн 12-шәр кешенән төркөмдәр йыйыла. Күргәҙмәне ҡарау өсөн проект сайтында теркәлергә кәрәк: https://поездпобеды.рф
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, 30 июлдән теркәлергә мөмкин. Экскурсиялар барышында санитар нормаларҙы үтәү мөһим.








