2030 йылға Башҡортостанда йыл һайын кәмендә 4 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа инергә тейеш. Өфөлә генә бер нисә күпер, 117 мең урынға яңы мәктәптәр төҙөргә кәрәк. Әле торлаҡ төҙөлөшө темпы буйынса Республикала күрһәткестәр яҡшы. Ошолай эшләгәндә маҡсатҡа ирешергә мөмкин тине Радий Хәбиров.




