Башҡортостанда урман янғындары арҡаһында 4 миллион һумлыҡ зыян күрелгән

Фото №1 - Башҡортостанда урман янғындары арҡаһында 4 миллион һумлыҡ зыян күрелгән

Урман хужалығы министрлығынан шул турала хәбәр итәләр. Быйыл республикала 236 урман янғыны теркәлгән. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, ут сығыу осраҡтары ике тапҡырға күберәк булған. Янғын 2 мең 700-ҙән ашыу гектар урманға зыян килтергән. Республикала ҡайһы бер төбәктәрҙә янғын хәүефе һаҡлана. Уҙған көн Хәйбулла районында 3 гектарҙа урман янған. Ут таралыуы туҡтатылған, янғынды һүндереү дауам итә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ