Республика менән идара итеү үҙәгендә яңы электрон программалар менән таныштырҙылар

Фото №1 - Республика менән идара итеү үҙәгендә яңы электрон программалар менән таныштырҙылар

Һанлы үҫеш министрлығы менән берлектә бер нисә проект әҙерләнгән. Хужалыҡтар һәм фермерҙар грант һәм субсидияға документтарын дәүләт хеҙмәттәре порталы аша тапшыра ала. “Агросәнәғәт комплексы” системаһы аша күпме аҙыҡ-түлек етештерелгән, нисә техника иҫәптә тора, ҡасан һәм ҡайҙа техник күҙәтеү үтергә булғанын ҡарарға мөмкин. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн “Регент” платформаһы булдырылған. Унда бюджет иҫәбенә төҙөкләндерелергә тейеш сквер, парк, ихаталар күрһәтелгән. Бынан тыш, “ТКО-Башҡортостан” тигән системаһы эшләп килә. Уның аша ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары майҙансыҡтары торошон баһаларға, сүп сығарыу ваҡытын ҡарап барырға мөмкин.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ