Юстиция министрлығы бойороғона ярашлы, ЗАГС хеҙмәткәре саҡырыу буйынса тейешле урынға килеп никахты теркәй ала. Әммә бының өсөн етди сәбәп булырға тейеш. Мәҫәлән, кәләштең ауырлы булыуы йәки яңы ғына бала табыуы, кейәү йәки кәләштең сәләмәтлеге ҡаҡшауы. Ғариза ҡабул ителгән осраҡта, ЗАГС хеҙмәткәре өйгә йәки дауаханаға килеп никахты теркәй ала.






