Радий Хәбиров бөгөн “Инвестиция сәғәте” ултырышын үткәрҙе

Фото №1 - Радий Хәбиров бөгөн “Инвестиция сәғәте” ултырышын үткәрҙе

Унда ауыл хужалығы, фармацевтика өсөн проекттар ҡаралды, шулай уҡ “Өфө” халыҡ-ара аэропортының заманса концепцияһы тәҡдим ителде. Дүртөйлө районында 1 мең баш малға иҫәпләнгән ферма төҙөлә. Бында йылына 10 мең тонна һөт етештереләсәк, ул Бәләбәйҙәге комбинатҡа оҙатыла. Ултырышта Өфөлә Орджоникидзе районында дарыуҙарҙы һаҡлау комплексы төҙөү проекты тәҡдим ителде. Бының өсөн 500 миллион һум инвестиция йәлеп ителә. “Өфө” халыҡ-ара аэропорты янында өс йондоҙло ҡунаҡнаха төҙөлә. Инвестор төҙөлөшкә яҡынса 1 миллиард һум һалырға ниәтләй. Ҡунаҡхана комплексында ресторан, фитнес клуб, форумдар үткәреү өсөн зал була. Ул 2024 йылда эшләй башларға тейеш. Ултырышта өс проекты ла өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерергә һәм инвесторҙарға дәүләт яғынан ярҙам күрһәтергә ҡарар ителде.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ