“Масленица” байрамын Өфөлә ҡайҙа билдәләргә була?!

“Масленица” аҙналығы айҡанлы 18 февралдә Башҡортостандың баш ҡалаһында төрлө мәҙәни саралар үткәреләсәк. Рус традицион байрамын билдәләргә өфөләрҙе ике майҙансыҡҡа – “Ультра” сауҙа һәм “Башҡортостан” лайф-стайл үҙәктәренә – саҡыралар. Байрам сараларын “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы” телеканалы һәм “Спутник ФМ” радиостанцияһы алып барыусылары уҙғара.

“Башҡортостан” лайф-стайл үҙәге янындағы Масленица 13.00 сәғәттә башлана. Байрам ҡунаҡтары төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, бүләк ала, һырғалаҡтан шыуа, әйлән-бәйлән уйнай, ҡоймаҡ, эҫе сәй менән һыйлана аласаҡ. Йола буйынса, байрам ҡарасҡы яғыу менән тамамланасаҡ.

14.00 сәғәттә өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын “Ультра” сауҙа-мәҙәни үҙәге эргәһендәге майҙансыҡта көтәләр. Бындағы программала, уйын-көлкөнән тыш, байрам концерты ла ҡаралған. Тамашасылар алдында “Өфө тулҡыны” музыкаль конкурсы еңеүселәре һәм финалистары сығыш яһаясаҡ.