«Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә

Тәгәрмәс өҫтөндәге поликлиника Баймаҡ районына килеп етте. Төпкөлдә урынлашҡан ауыл халҡына тәжрибәле табиптарға күренеү, ентекләп медицина тикшеренеүе үтеү мөмкинлеге булдырылды. Сәләмәтлек поезы эшмәкәрлеге менән БЮТ каналы хәбәрселәре лә яҡындан танышты.

Ауыл халҡына уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамы. Районда бер аҙна дауамында күсмә һаулыҡ үҙәге, диагностика комплексы эшләй. Һаулыҡ поезында республика медицина учреждениелары белгестәре халыҡты ҡабул итә.

Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк акцияһы Башҡортостан башлығы Радий хәбиров башланғысы менән өсөнсө йыл ойоштороола. Яман сирҙәрҙе асыҡлаған осраҡта, йә иһә табип махсус медицина ярҙамы күрһәтеүҙе кәрәк тип тапҡанда, пациентҡа урында уҡ башҡала дауаханаһына йүнәлтмә бирелә. Шулай итеп, ауыл кешеһе район үҙәген тапамай ғына, медицина учреждениеһына эләгә ала.

Автопоезд Баймаҡ районында 13 августҡа тиклем эшләйсәк. Табиптарға яҙылыу участка терапевтар аша башҡарыла. Акция барышында шулай уҡ халыҡты яңы вирус инфекцияһына ҡаршы иммунизациялау ҡаралған.

Фото №1 - «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә

Әлфиә Хәмитова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ