Республика хәрби комиссариаты беренсе мобилизация резервын иғлан итте

Уның сиктәрендә 75 мең һумға тиклем түләүҙәр һәм социаль пакет ҡаралған. Бының өсөн хәрби комиссариат менән килешеү төҙөргә кәрәк. Рәсәй Оборона министрлығы проектын тормошҡа ашырырға тәүгеләрҙән булып Башҡортостан ҡушылды.

Резервистар Шишмә районы Әлкә ҡасабаһындағы инженер-сапер бригадаһына туплана. Унда хәрби хеҙмәттәгеләр, запаста булғандар ҙа ҡатнаша ала. Йәш сикләүҙәре лә бар.

Запастағы һалдаттар һәм сержанттар 42, офицерҙар дәрәжәһенә ҡарап 47, өлкән офицерҙар 52 йәш сиктәрен уҙмаған булырға тейеш.

Андрей Маяков, Өфөнөң Киров һәм Ленин райондары хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы

Республиканың хәрби комиссариаты хәбәр итеүенсә, резервистарға социаль гарантия һәм льготалар ҡаралған. Улар араһында медицина ярҙамы, аҙыҡ-түлек, мотлаҡ дәүләт страховкаһы, төрлө транспортта йөрөү мөмкинлеге бар. Ғаризалар республиканың бар хәрби комиссариат бүлектәрендә ҡабул ителә.

Фото №1 - Республика хәрби комиссариаты беренсе мобилизация резервын иғлан итте

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ